-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 17:34

Рухиәт байрамы үтә

Бөгөн Өфөлә "Урал батыр дәрестәре" проектын йомғаҡлау сараһы уҙа. Проект "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге тарафынан Башҡортостан Башлығы грантына 2020 йылдың авгусында тормошҡа ашырыла башлағайны. Идея авторы - танылған педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында "Рухиәт байрамы" ойошторолдо. Унда "Урал батыр йыйыны" исемле сара үтте.
Кискеһен 19 сәғәттә Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрында "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге "Рухиәт байрамы"н үткәрә. Әйткәндәй, "Урал батыр дәрестәре" проектына республиканың милли белем усаҡтары ла әүҙем ҡушылған. Эпоста һалынған идеялар нигеҙендә матур аныҡ эштәр башҡарыла. Сараға "Урал батыр" эпосын белеү буйынса үткән конкурстарҙа үҙҙәрен күрһәткән уҡыусылар, тәжрибә майҙансығы булып торған белем усаҡтары, балалар баҡсалары етәкселәре саҡырылған.
Читайте нас