-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 08:49

VI Бөтә донъя фольклориадаһына 70 илдән киләсәктәр

Коронавирус пандемияһы арҡаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылға күсерелгәйне. Сара быйыл 3-10 июлдә үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, донъяның 70 иленән ҡатнашырға теләк белдергәндәр, 47 ил байрамға киләсәк коллективтарҙың исемлеген ебәргән дә инде. Мәҙәни саралар республиканың 35 төбәгендә уҙасаҡ. Асыу тантанаһын 3 июлдә Өфө-Арена майҙансығында уҙғарыу планлаштырыла.

Фольклориада барышында донъяның 200 халҡы вәкилдәре ҡатнашлығындағы ҙур хоровод уҙғарылыуы көтөлә. Төрлө милләт вәкилдәре Өфө урамдары буйлап "Торатау" конгресс-холы янындағы амфитеатрға табан атлаясаҡ. Был ваҡиғаны теркәү буйынса Гиннес рекордтары китабына ғариза ла бирелгән. 4 июлдән "Фольклориада йөрәге" фестивале башланасаҡ. Унда донъяның фольклор коллективтары һәм этно-музыка йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Конгресс-холда күргәҙмәләр эшләйәсәк.
Читайте нас