«Урал батыр мәктәбе»нең идеяһы — үлемһеҙ эпостың васыяттары буйынса мәғрифәтселек эше алып барыу: экология темаһын күтәреү (ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереү, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу), ололар һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, онотолған шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыу, йәштәрҙе фәнни эшкә йәлеп итеү, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы ойоштороу һәм башҡалар.
Бөгөн «Урал батыр мәктәбе»нең йомғаҡлау сараһы — «Рухиәт байрамы» үтте. Уның беренсе өлөшө Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы. Унда түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыу, «Урал батыр» эпосы буйынса асыҡ дәрестәр ойошторолдо. Йомғаҡлау өлөшө иһә Милли йәштәр театрында уҙғарылды. Баш ҡалаға «Урал батыр» эпосына бәйле конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, «Урал батыр мәктәбенең» уҡыу программалары бойомға ашырылған милли мәктәптәр, балалар баҡсалары етәкселәре, йәмәғәтселәр саҡырылды.