0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2021, 09:33

Ғәйнә башҡорттары көтә

18-20 март Рәсәй төбәктәрендә Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Пермь өлкәһенә Башҡортостандан делегация барасаҡ.

Сараның йөкмәткеһе бай: оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, лекциялар, ғилми конференциялар, башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу, күргәҙмәләр, концерттар ҡаралған. Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә Пермдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе йыр-бейеүгә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтәсәк. Оҫталыҡ дәресендә үҙләштергән һөнәрҙәрен Пермь башҡорттары 21 март үтәсәк йомғаҡлау концертында тамашасыларға тәҡдим итәсәк. Өс көн дауамында "Тамыр" балалар каналы, "Аҡбуҙат" балалар журналы Пермь ҡырҙарын иңләп, урындағы кескәйҙәргә "Нурбостан" йәнһүрәтен күрһәтергә, "Ғәйнә ырыуы белермәне" уйынын үткәрергә йыйына. Шулай уҡ бында "Ғаилә тамырҙары" исемле һөнәри фотосессия ойоштороласаҡ. Уҡсылар ҙа бара - "Мәргән уҡсы" хәрәкәтенә нигеҙ һалған Юлай Ғәлиуллин уҡ атыу турнирын үткәрәсәк.
Читайте нас: