+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
17 Марта 2021, 04:45

Башҡорт булыуым менән ғорурланам

Билдәле Рәсәй скульпторы Салауат Щербаков «Урал батыр» эпосын һынландырырға хыяллана

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Мәскәүҙә эшләүсе билдәле скульптор, Рәсәй сәнғәт академияһының академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков тураһындағы «Минең исемем Салауат» фильмы премьераһы үтте.
Салауат Александрович Щербаков 1955 йылда Мәскәүҙә тыуған. Уның атаһы —Ырымбур башҡорто Дәүләтхажи Ишкилдин бик йәшләй етем ҡалып, балалар йортона эләгә, ә һуғыш йылдарын үтеп Мәскәүҙә йәшәй башлай һәм ғаилә ҡора. Салауат Щербаков Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа урынлаштырылған 40-тан ашыу скультпуралар авторы, сәнғәт донъяһында билдәле автор. «Минең исемем Салауат» фильмын журналист Гәүһәр Батталованың ижади төркөмө төшөргән. Унда Салауат Александровичтың сәнғәт һәм тормош юлы, үҙен башҡорт тип таныуға табан барған эҙләнеүе һүрәтләнә.
«Миндә башҡорт сифаттары барлығын үҙем дә белмәй йәшәгәнмен. Хатта атлап йөрөшөмә тиклем. Минең атлауым атайымдыҡына оҡшаған. Һәм Өфөгә беренсе тапҡыр килгәс кенә, мин был атлап йөрөү рәүеше башҡорттарға хас икәнен аңланым. Меңәр йылдар һыбай сапҡан халыҡ вариҫтары шулай атлай. Мин әле «йәш башҡорт», сөнки милли үҙаң миндә яңыраҡ ҡына уянды. Шулай ҙа, олоғайған һайын, мин нығыраҡ башҡортҡа әйләнеп барам, шикелле. Мин башҡорт булыуым менән ғорурланам. Минең иң ҙур хыялым—"Урал батыр" эпосына нигеҙләнгән композиция ижад итеү», - тип белдерҙе фильм премьераһында Салауат Щербаков.
Читайте нас