0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 11:03

Факиһа Туғыҙбаеваның йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

Башҡортостан әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе, күренекле яҙыусы Факиһа Туғыҙбаева вафат булған.

Башҡортостан әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе, күренекле яҙыусы Факиһа Туғыҙбаева вафат булған. Был турала “Бәйләнештә” төркөмөндә Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре докторы Зәки Әлибаев белдергән.
“Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаева баҡыйлыҡҡа күсте. Тыныс йоҡла, йәнең йәннәттә булһын, Шағирә!!!” – тип яҙған Зәки Арыҫлан улы.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаева Бүздәк районының Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған. Әҙәбиәт һөйөүселәргә әҙибәнең “Мәк яланы”, “Йондоҙҙар асам”, “Сәғәт моңо”, “Минең Һомай ҡошом” һәм башҡа китаптары бик яҡшы таныш. Ә Факиһа Һаҙый ҡыҙының “Фатихамды бирәм һиңә” китабы иң юғары наградаға – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Мәрхүм менән хушлашыу 21 мартта сәғәт 11-ҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Тыуған ауылы - Ҡаңны-Төркәйҙә ерләйҙәр. Махсус автобус ойошторола.
Фото: Башҡорт википедияһы.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас