Туған телдәрҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған мәктәп Башҡортостан Башлығы грантына бойомға ашырыла.
Сарала Барда районы хакимиәте вәкилдәренән, Үдек урта мәктәбе етәкселеге, уҡытыусыларынан тыш, Башҡортостандан Мәғариф һәм фән министрлығынан, 1-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернатынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан да ҡатнаштылар.
Ҡоролтай тарафынан яңы асылған мәктәпкә проектор, проектор өсөн экран тапшырылды.
"Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары күп сәләмдәр әйтеп ҡалды. Рәсәй буйынса туғыҙ йәкшәмбе мәктәбен асырға йыйынабыҙ, Пермь крайында ике мәктәп асыуға ирештек.
Был йәкшәмбе мәктәптәрендә телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыласаҡ", - тине гимназия директоры Илнур Сәлихов.
Үдек урта мәктәбе һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернаты араһында килешеүгә тантаналы ҡул ҡуйылғас, йыйылғандар гимназия Башҡортостандан алып килгән концерт тамашаһын ҡараны.
Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы: үдектәр ҙә уларға музыкаль күстәнәстән тәмләтте: Пермь ерендә "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүе менән ҡыуандырҙылар.