Шиғриәт байрамы рәсми рәүештә 2000 йылдың 21 мартында Париждың ЮНЕСКО -лағы штаб-квартираһында билдәләнә. Республикала шиғри һүҙгә, уның көсөнә иғтибар ҙур, йыл һайын билдәле шағирҙарҙың китаптары донъя күрә, телевидение-радио эфирында әленән-әле шиғырҙар уҡыла, яңы проекттар әҙерләнә. Былтыр башҡалабыҙ Өфөлә “Йөрәк һүҙе” тип исемләнгән ҙур шиғриәт байрамы үтте.
Шиғриәт – кешелек тарихының иң боронғо сәнғәте. Уның ҡасан барлыҡҡа килгәнен бер кем дә белмәй.
Шағирҙарҙы пәйғәмбәр тип тә йөрөткәндәр. Боронғо дәүерҙә шағирҙар мөғжизәле һүҙҙәр менән урман серҙәрен асҡандар, үҫемлектәрҙе терелткәндәр, баҡсаларҙы сәскәгә күмгәндәр.
Башҡортостан үҙ ерендә күп кенә талантлы һүҙ оҫталарын үҫтерҙе.