Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльба йылғаһына тиклем 4 мең саҡырымдан ашыу яу юлы үтә. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн дивизияның 3860 яугиры төрлө орден-миҙалдар менән бүләкләнә, шул иҫәптән 78 яугиры Советтар Союзы Геройы дәрәжәһенә лайыҡ була.