-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 13:47

“Театраль Волга буйы” фестивале

Был проект театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, балалар (6–17 йәш), йәштәр (18–30 йәш) шөғөлләнгән һәүәҫкәр театрҙарҙы үҫтереүгә ҡоролған.Фестивалдең дөйөм приз фонды 900 мең һум тәшкил итә. 1-се урын яулаған ҡатнашыусылар – 200 мең, 2-се урынға – 150 мең, 3-сөгә лайыҡ булғандарға 100 мең һум тапшырыла.2020–2021 йылғы миҙгел үткән көҙҙөң 15 сентябрендә башланып, 27 март – Бөтә донъя театр көнөндә тамамлана. Тәүге төбәктәрҙә барған этаптарҙан 28 финалсы һайлап алынды, улар араһында һәр яҡтан берешәр балалар һәм йәштәр театры бар.

27 мартта үткән өсөнсө, йомғаҡлау этабында Волга буйы федераль округының бар 14 төбәгенә лә онлайн тәртиптә барған трансляция ваҡытында фестивалдең еңеүселәре иғлан ителә – иң яҡшы йәштәр һәм балалар спектаклдәре, иң яҡшы актер, актриса һәм режиссерҙар. Һәр төбәктә финалға сыҡҡандар, актерҙар һәм театр эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында студиялар эшләүе көтөлә. Шулай уҡ Салауат ҡалаһының “Арлекин” театр студияһы финалға сыҡты.
Читайте нас: