-27 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 10:25

VIII – XI синыф уҡыусылары өсөн

Өсөнсө йыл рәттән инде баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә VIII – XI синыф уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау алды олимпиадаһын ойоштора.

Быйыл 24 марттан 17 апрелгә тиклем уҙасаҡ. Бәйгенең маҡсаты – уҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итеү, уларҙың ижади һәләттәрен әүҙемләштереү. Быйылғы уҡыу йылында яңы «һанлы технология һәм робот техникаһы» йүнәлеше лә өҫтәлгән.
Олимпиада түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҙасаҡ:
– инженер-конструктор (математика, физика);
– информацион-технология (математика, информатика);
– химия-технология (химия, математика);
– янғын һүндереү-техник (математика, физика);
– һанлы технология һәм робот техникаһы (математика, информатика).
Өфө һөнәр һайлау алды олимпиадаһы ике этапта үткәрелә. Тәүгеһендә – дистанцион этапта дөйөм белем биреү фәндәре буйынса эштәр үтәргә тәҡдим ителһә, икенсеһе – йомғаҡлау этабы ӨДНТУ нигеҙендә уҙасаҡ. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы www.OLIMP.RUSOIL.NET сайтында ойоштороласаҡ.
Олимпиаданы үткәреү графигы:
Үткәреү ваҡыты
синыф
Дистанцион этап
24, 25 март
VIII – IX синыфтар
7, 8 апрель
X – XI синыфтар
Йомғаҡлау этабы
10 апрель
VIII – IX синыфтар
17 апрель
X – XI синыфтар
Еңеүселәр һәм призёрҙар Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы һәм ӨДНТУ дипломдары менән бүләкләнәсәк. Еңеүселәр һәм призёрҙарҙың олимпиада һөҙөмтәләре уҡырға ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Читайте нас