Быйыл тәүге тапҡыр "Еңеү диктанты" бәләкәй ауылдарҙа ла ойоштороласаҡ. Ә Рәсәй хеҙмәттәшлеге федераль агентлығы ярҙамы менән диктантты тура эфирҙа һәм шулай уҡ диктантпобеды.рф сайтында онлайн форматта яҙырға мөмкин буласаҡ. Акцияны уҙғарыу майҙансыҡтары Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лә асыла.