Был һанда беҙ ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырмаҡсыбыҙмы? Әйҙәгеҙ һуң, өр-яңы һанға күҙ һалып үтәйек.
“Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда Алина Рәхимҡолованың “Тылсымлы ҡумыҙ” тигән әкиәте донъя күрҙе. Әгәр ҙә ҡусты, һеңлеләрегеҙ йоҡоларынан тора алмай ята икән, ошо әкиәтте уҡып, ишеттерерһегеҙ.
Баш ҡалабыҙҙың беренсе башҡорт мәктәбе Фатима Мостафина исемедәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына – 50 йыл! 50 йылдан ашыу был белем йорто баш ҡала балаларын башҡорт рухында тәрбиәләй. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылған арҙаҡлы шәхестәребеҙ – академиктар, профессорҙар, яҙыусылар һәм шағирҙар, сәнғәт оҫталары, мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре бихисап. Милли рухиәт һағында тороусы 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы хаҡында Сәлимә Ҡаранаева әҙерләгән мәҡәләне уҡып белерһегеҙ.
Нимә ул тик-ток? Был Ҡытай мобиль ҡушымтаһы тураһында Рәзил Бикбулатов әҙерләгән мәҡәлә бик файҙалы сығанаҡ буласаҡ.
Фәрзәнә Аҡбулатованың “Харис + Кирамат донъя” тип аталған яңы романынан өҙөк донъя күрҙе. Фольклорыбыҙҙың иҫ киткес бай, үлемһеҙ эпос-әкиәттәребеҙҙең персонаждарын файҙаланып яҙа автор. Беҙҙең менән бергә, ҡушлаш йәшәгән донъя халҡы беҙҙең башҡорт телендә һөйләшә. Бөтөн персонаждар үҙебеҙҙең фольклорҙан алынған. Әлбиттә, ябай бер малайға Кираматтарҙың илендә фантастик персонаждар менән ярышҡа сығыуы еңел булмай. Һуң, Күлуртларҙар менән ярышып һыу эсеп ҡара эле. Йә иһә Йүгерекзаттар менән сабышырға хәлеңдән килерме?
Постерҙа сыҡҡан сибәр ҡыҙ - Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы һылыуы Рәзинә Билалова матур йырҙары менән башҡорт эстрадаһына гөрләп инде! Әңгәмәлә ул журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәр теләне икән?
Мостай Кәримдең “Өс таған” повесынан өҙөктө һәм уның геройҙарын беләһегеҙме? Был әҫәр буйынса төшөрөлгән фильм “Отряд Таганок” тигән исем аҫтында, ниһәйәт, март башында ҙур экрандарға сыҡты! Тулыраҡ Зөбәржәт Яҡупова әҙерләгән мәҡәләне уҡып белерһегеҙ.
1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнө. Азамат Байрамғәлин үткәргән викторинала үҙ белемеңде һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Иң беренселәрҙән булып иң күп бал йыйған өс ҡатнашыусыға Көнъяҡ Урал ҡурсаулығының “Кесе Ямантау һырты” экологик һуҡмағы буйлап сәйәхәт итеүгә ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы бүләккә буласаҡ! Уңыштар юлдаш булһын!
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына “Аманат” журналының хеҙмәткәрҙәре “Әсәйҙе ҡыуандырҙым” тигән ҡыҙыҡлы бала саҡ хәтирәләрен яҙып ебәрә.
Яратып уҡыған, гелән күҙәтеп барған рубрикала – “Мәңгелек сер”ҙә “Араҡы өҙҙө араны” хаты баҫылып сыҡты. Дуҫтар, бер ваҡытта ла ул ҡәһәр һуҡҡан араҡыға яҡынлашмағыҙ. Атай-әсәйҙәрҙе хөрмәт итеп, яратып-яратылып, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп йәшәгеҙ!
Журналға күҙәтеүҙең иң аҙағына иң ҡыҙыу конкурстарыбыҙҙың береһе – “Ай, һылыу!”ҙы ҡалдырҙыҡ. Кем еңеүсе булған икән? Сер һандығын бер аҙ аса биреп ҡуябыҙ – был матурҡай Мәсетле районы ҡыҙы ул!
Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.
Әлеге ваҡытта “Аманат” журналына 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ташламалы хаҡҡа алдан яҙылыу бара. Ул 31 мартта тамамлана. Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! Ваҡыт һанаулы ҡалды!