-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 12:45

Башҡорт телмәрен цифрлаштырыу эше бара

Был төркөмдә башҡорт телмәрен тексҡа автоматик рәүештә әйләндереү өҫтөндә ҡыҙыу эш бара.https://commonvoice.mozilla.org/ba/speak Проектта кеше ни тиклем күберәк ҡатнаша, шул тиклем яҡшыраҡ. Ҡушылығыҙ һәм бөтөн таныштарығыҙ араһында был һылтанманы таратышырға ярҙам итегеҙ https://commonvoice.mozilla.org/ba/speak Күмәкләгән - яу ҡайтарған!

Бөгөндән башлап беҙ башҡорт телен цифрлаштырыу эшенең өсөнсө этабын башланыҡ. Был этапта беҙ бирелгән тексты уҡып, тауышыбыҙҙы яҙҙырырға тейешбеҙ. Беҙгә бөтәһе 10'000 сәғәт яҙҙырыр кәрәк. Йәғни 6'600'000 һөйләм уҡылырға тейеш тип һанап сығарҙыҡ. Был бер яҡтан бик күп күренә. Әммә, күмәкләгән - яу ҡайтарған тиҙәр.
1 кешегә - 10'000 сәғәт,
10 кешегә - 1000 сәғәт,
100 кешегә - 100 сәғәт,
1000 кешегә - 10 сәғәт,
10'000 кешегә - 1 сәғәт кенә текст уҡырға кәрәк.

Шунлыҡтан был проекта күпме кеше күберәк ҡатнаша, шул тиклем тиҙерәк осона сығабыҙ. Беҙгә ҡушылығыҙ һәм бөтә таныштарығыҙ араһында был һылтанманы таратышырға ярҙам итегеҙ https://commonvoice.mozilla.org/ba/speak

Күберәк мәғлүмәтте беҙҙең ВК битендә уҡый алаһығыҙ: https://vk.com/bashkort_voice
Читайте нас