21 – 26 мартта Белгород ҡалаһында мәктәп уҡыусыларының химия фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы булып үтте. Бында тотош илдән ошо предметты юғары кимәлдә белгән балалар йыйылған. Шухов исемендәге Белгород дәүләт технология университеты нигеҙендә ҡатнашыусылар өс: ике теория һәм бер эксперименталь тур мәсьәләләрен сискән.
Башҡортостан командаһындағы 11 уҡыусы – республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары. Олимпиада хәрәкәте тәрбиәселәре ассоциацияһы тренерҙары команда менән йыл әйләнәһенә эшләгән. Дәрестәр “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә, Республика инженер лицей-интернатында барған. Матур яңылыҡ “Бәйләнештә” селтәренең “Башҡортостан Республикаһында химия олимпиадалары” төркөмөндә хәбәр ителде.
Мәсьәләләр ауыр, үҙенсәлекле фекер итеүгә ҡоролған була. Башҡортостан уҡыусылары уларҙы уңышлы йырып сыҡҡан. 11-се класс уҡыусылары Анастасия Лавренова (РИЛИ), Ләйлә Исмайлова (Өфө), Родион Воронин (Өфө), Артем Хафизов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Тимур Муллағәлин (РИЛИ) олимпиада призерҙары исеменә лайыҡ булған. Бөтә балалар ҙа еңеүселәр араһында булмаһа ла, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп сыҡҡан.
Олимпиадала призлы урын алыусыларға республика Башлығы премияһы бирелә. Улар илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона профиль буйынса һөнәр алыр өсөн имтиханһыҙ уҡырға инеү форсатына эйә була, шулай уҡ вузда уҡыған осорҙа Рәсәй Президенты грантына дәғүә итә ала. Өфө дәүләт нефть-техник университеты иһә олимпиадала еңгәндәргә беренсе курста уҡыған осорҙа 100 мең һум күләмендә стипендия тәғәйенләй.
Балаларҙы, уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрен ҡотлап, артабан уңыштар теләргә ҡала!
Мәғлүмәт, фото: vk.com/wall-181396203_503