+16 °С
Дождь
Яңылыҡтар
30 Марта 2021, 07:51

Башҡортостанда балаларға ҡабыҙғыс һатҡан өсөн 70 мең һумға тиклем штраф индерелә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа бәлиғ булмағандарға шыйыҡландырылған углеводород газын һатҡан өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын ҡабул итте.

Закон проектына ярашлы, ғәмәлдәге тәртипте боҙған өсөн штраф күләме граждандарға – өс меңдән дүрт меңгә, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 25 меңгә, юридик берәмектәргә – 30 меңдән 40 меңгә тиклем. Ҡабаттан боҙған өсөн штраф күберәк: граждандарға – дүрт меңдән биш меңгәсә, вазифалы кешеләргә – 30 меңдән 40 меңгәсә, юридик берәмектәргә – 50 меңдән 70 меңгәсә.
Документ үҫмерҙәр мөхитендә токсикомания менән көрәшеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас