Владимир Путин ҡул ҡуйған тейешле указ дүшәмбе, 15 мартта, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Илдар Абдразаҡов- Өфө егете, атаһы күренекле башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡов. Шулай уҡ Илдар Әмир улының бер туған ағаһы Асҡар Абдразаҡов та билдәле опера йырсыһы. Күренекле яҡташтарыбыҙҙың исеме Рәсәй киңлектәрендә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә билдәле. Илдар Абдразаҡов иһә Башҡортостанды, Рәсәйҙе бөтә ер шарында танытҡан опера йырсыһы. Уны донъяның билдәле опера сәхнәләрендә яратып ҡабул итәләр һәм яҡшы беләләр. Бөгөнгө көндә Илдар Абдразаҡов Елена Образцова исемендәге Халыҡ-ара музыка Академияһының художество етәксеһе.