-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 08:41
20 йәшлек яҡташыбыҙ «Мисс Экология 2021» матурлыҡ конкурсы тажы өсөн көрәшә
Благовар районы Языков ауылынан 20 йәшлек ҡыҙ «Мисс Экология 2021» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Әлиә Ураҙмәтова Мысырҙа тәүге һынауға әҙерләнә.
Әлиә тыуған ауылындағы мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әлеге көндә Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Ҡыҙ бейеү менән һәм модель мәктәбендә шөғөлләнә. Әлиә Ураҙмәтованың «Мисс грация», «Мисс Эко Башҡортостан 2021» тигән исемдәре бар.
Сығанаҡ:
https://www.bashinform.ru/news/1575493-20-letnyaya-zhitelnitsa-bashkirii-boretsya-za-koronu-konkursa-krasoty-miss-ekologiya-mira-2021/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"