-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 12:25

Эшҡыуарлыҡ олимпиадаһы

Уҡыусылар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм финанс грамоталығын булдырыу йәһәтенән «Йәш эшҡыуар һәм финанс грамоталығы» Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтә. Унда I – IX синыф уҡыусылары көстәрен һынай ала.

Олимпиадала ҡатнашыу мәктәп программаһын төплө белеүҙе талап итмәй, шуға бөтә теләүселәр ҙә ҡатнашыу мөмкинленә эйә. Һынау туры 13 – 26 апрелдә үтәсәк, төп тур – 27 апрель–17 майҙа.
Әгәр ҙә уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың Учи.ру платформаһына инеү өсөн логин һәм паролдәре бар икән, ҡатнашыу өсөн Uchi.ru йәки олимпиада сайтына biz.uchi.ru инеп, эштәрҙе үтәй башларға була.
Әгәр ҙә уҡытыусы Учи.ру платформаһында теркәлмәгән икән, ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә һәм синыф уҡыусыларын өҫтәп, уларға шәхси логин һәм паролдәрен таратып бирергә кәрәк.
Олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары грамоталар һәм сертификаттар менән бүләкләнәсәк. Уларҙы шәхси кабинетыңдан үҙеңә күсереп алырға була. Тулыраҡ мәғлүмәтте uchi.ru сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас