Конкурстың маҡсаты:
республика биләмәһендә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәни мираҫына ҡыҙыҡһыныу уятыу;
үҙенсәлекле ҡурсаҡ авторҙары - иң яҡшы ҡул оҫталарын асыҡлау һәм дәртләндереү;
милли кейем - халыҡтарҙың эске булмышының сағылышы булған кейем менән танышыу.
Ҡурсаҡты милли кейемдә кейендереү (халыҡ ҡурсаҡ, өй йылыһын һаҡлаусы, уйынсыҡ) буйынса конкурста 5 йәштән алып өлкәндәр һәм ижади коллективтар ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашырға заявкалар һәм эштәр түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
Күмертау ҡалаһы, Еңеүҙең 40 йыллығы урамы, 32, 3-сө китапхана филиалы, 2021 йылдың 12 апреленә һәм 10.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем (шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре).Конкурстың еңеүселәре 16 апрелдә Халыҡ – ара милли кейем көнөндә бүләкләнәсәк.
Мәғлүмәт:
https://vk.com/wall-174321159_1602