-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 11:33
1

"Матлет" республика олимпиадаһы

18 апрелдә www.matlet.rilirb.ru сайтында онлайн рәүештә «Матлет» республика олимпиадаһының һайлап алыу этабы буласаҡ.

5-се, 6-сы һәм 7-се синыф уҡыусылары олимпиадала ҡатнаша ала. Һайлап алыу һөҙөмтәһе буйынса йомғаҡлау этабына үтеүселәр исемлеге төҙөләсәк. Олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, ойоштороусылар һәм уларҙың партнёрҙарының бүләктәре тапшырыласаҡ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 5-енән 17 апрелгә тиклем теркәлеү үтергә кәрәк. Йомғаҡлау этабы 23 майҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийында – республика инженер интернат-лицейы нигеҙендә уҙасаҡ. Уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас