9 апрель ҡапыл йылытасаҡ, тип хәбәр итә Башгидрометеоүҙәк. Беҙгә субтропик һауа массаһы килә.
Һыуытҡан саҡта һаҡ булығыҙ тиһәк бы осраҡта нимә тип әйтергә икән? Ҡыуанығыҙ!
һауа температураһы төндә -2,+3-тән +1,+6-ға тиклем, көндөҙ +11,+16-нан +15,+20 градусҡаса күтәрелә. Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы арҡаһында йылғаларҙа боҙ тығылыуы һәм һыу ташыуы ихтимал.
Айназа Ямалова фотоһы. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы