-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 13:30

Халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ.

Быйыл диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм музыканттар- «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, рок башҡарыусы Альберт Исмәғил уҡый.
Диктант онлайн- һәм офлайн-форматтарҙа уҙғарыла.
Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк.
24 апрель сәғәт ун берҙә (Өфө ваҡыты менән 11:00) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «YouTube» видеохостингында диктант башлана:
— сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
— сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
— сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Читайте нас