-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 13:21

Силәбе өлкәһендә башҡорт телен өйрәнәсәктәр

Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында еңеү яуланы. Гимназия 2021 йылда күрше региондарҙа Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проектын тәҡдим иткәйне.

Проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек сиктәрендә БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров етәкселегендәге делегация эш сәфәре менән Силәбе өлкәһендә район һәм ҡала хакимиәттәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Эш сәфәренең төп маҡсаты күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы шарттар тыуҙырыу – Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу ине.
Әлеге ваҡытта Арғаяш районының күпселек мәктәптәрендә, быйылғы уҡыу йылынан Ҡонашаҡ районының 5 мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. Миәс һәм Магнитогорск ҡалаларында, Ҡыҙыл районында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асыу хаҡында эшлекле һөйләшеүҙәр һәм килешеүҙәр төҙөлдө. Был төбәктәр юҡҡа ғына һайланманы – урындағы милләттәштәребеҙ үҙ туған телдәрен балаларына уҡытыу мохтажлығын Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына күптән белдерә ине.
Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре урындағы мәктәптәр бинаһында урынлашасаҡ һәм март айында үҙ эшен башлаясаҡ. Булат Илшад улы әйтеүенсә, программала башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре кеүек дәрестәр ҡаралған. Дәрестәрҙе ойошторорға урындағы уҡытыусылар менән берлектә Учалы һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһының республика гимназия-интернаты уҡытыусылары ярҙам итәсәк.
Читайте нас