Бөгөн Башҡортостандың 41 районында 230 ауылға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Йылғалар ярҙарынан сыҡмаһа ла ҡайһы бер ауылдарҙа, ҡалаларҙа ла ҡар һыуҙары ихаталарға инеүе тураһындағы хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп тора. Дөрөҫөн әйткәндә, социаль селтәрҙәр күләүектәр, йөҙгән автомобилдәр менән тулыланды. Бигерәк тә Өфө эргәһендәге ауылдарҙа яҙ гөрләп килә. Йылҡыбай ауылында ла шәхси йорт ихаталарында һыу сыҡҡан. Баҡсаларҙа йәшәүселәр берҙән-бер күперенән айырылған.Үрге Аҡбаш, Шәрип ауылдары урамдары ла һыу аҫтында.
Дәүләкән ҡалаһы, Стәрлетамаҡ урамдары ла шул уҡ хәлдә. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондарында ауылдарға һыу ингән. Ғөмүмән, фараздар буйынса ҙур һыу Баймаҡ районында 5 ауылды, Өфөлә 4, Нуриман һәм Өфө райондарында өсөшәр, Йылайыр, Белорет, Бөрйән, Иглин райондарында икешәр, Илеш, Учалы, Архангел, Ғафури һәм Ейәнсурала берешәр ауылды оло ерҙән айырыуы ихтимал. Был ауылдарға ысынлап та, ташҡын хәүефе янай.