-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 16:23

Ритайым Party

16 апрелдә сәғәт 17:00 Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан Ритайым Party ойошторола.

Сарала оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, күргәҙмәләр эшләйәсәк. Барығыҙҙы ла матур байрамда ҡатнашырға саҡырабыҙ! Башлана 17:00 сәғәттә! Байрамға милли биҙәктә, йәки милли кейемдә килегеҙ!
Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын онотмайыҡ. Байрамға ҡушылығыҙ!
Читайте нас