+7 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Апреля 2021, 04:11

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланды

Тейешле ҡарарға Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡул ҡуйҙы. Фатирҙағы торбалар йылытыуҙан туҡтаясаҡ, ә мәктәптәрҙә?

Тейешле ҡарарға Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡул ҡуйҙы. Фатирҙағы торбалар йылытыуҙан туҡтаясаҡ, ә мәктәптәрҙә?
Баш ҡаланың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә Һауа торошоноң даими йылы тороуына бәйле, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы торлаҡ-коммуналь һәм социаль өлкә объекттарында 2020-2021 йылғы йылытыу миҙгеле тамамланыуы тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Фатирҙарға 13 апрелдән, социаль өлкә объекттарына - 23 апрелдән йылы биреү туҡтатыласаҡ.
Ә ауылда рәхәт инде. Ҡасан теләнең - мейесте һүндерҙең. Олатайым әйтә торған ине: "Ҡаланы маҡта лә, ауылда йәшә", тип.
фото: Рәзил Бикбулатов
Читайте нас