Милли киң мәғлүмәт саралары араһында тәжрибә уртаҡлашыу; милли киң мәғлүмәт сараларының яңы эш формаларын асыҡлау; милли киң мәғлүмәт саралары эшендә дөйөм проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү; милли киң мәғлүмәт саралары журналистарының һөнәри үҫешеүенә этәргес биреү форумдың төп маҡсаттары булып тора.
Сара оффлайн, Zoom форматында ойошторола, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ санитар-эпидемиологик саралар күрелә.