-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 13:56

«Юғарыға ос!» форумы үтте

9 апрелдә «Торатау» конгресс-холында «Взлетай!» («Юғары ос!») мәктәп мәғарифы форумы уҙҙы.

Форум сиктәрендә глобаль шарттарҙа туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм заманға ярашлы тәжрибәләр хаҡында һөйләшеү темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлдең эшен БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Шамил улы Бадранов алып барҙы, шулай уҡ махсус саҡырылған эксперттар: Рәсәй Мәғариф министрлығының туған телдәр бүлеге начальнигы Анна Тимофеева һәм Рәсәй халыҡтары дуҫлығы университетынан Сергей Пилипенко ҡатнашты. Дискуссияла туған телдәрҙе өйрәнеү, милли мәктәптәр, полилингваль белем биреү һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышыу барҙы. Ошо ссылка буйынса кереп видеояҙмаһын ҡарай алаһығыҙ https://m.vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fm.youtube.com%2Fwatch%3Fv%3D67Gui_bl8bk%26feature%3Dyoutu.be
Читайте нас