+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 14:44

Милли кейем бәйгеһендә ҡатнаш!

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто «Хазина» конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Бәйге Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөнә ҡарата ойошторола.

Ҡатнашыусылар 7 апрелдән 17-нә тиклем «Бәйләнештә» һәм Instagram социаль селтәрҙәрендәге шәхси битендә этник стилдәге милли биҙәүестәр, аксессуарҙар менән йәки милли кейемдә төшкән фотоһүрәтен һалырға, #Хазина2021 хештегын ҡуйырға һәм @ddn_rb аккаунтын билдәләргә кәрәк. Конкурсҡа йомғаҡ 18 апрелдә яһаласаҡ. Бөтәһе ике еңеүсе билдәләнә, йәғни, һәр социаль селтәрҙә берәр алдынғы урын була. Бүләктәр иң күп лайк йыйған ҡатнашыусыларға тапшырыла.
Читайте нас