-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 09:38

Халыҡ сәсәненең хаҡ юлынан

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Раевка башҡорт лицейында “Буранғолов көндәре” быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылды.

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Раевка башҡорт лицейында данлыҡлы сәсәндең бай ижадын һәм тормош юлын өйрәнеүгә арнап “Буранғолов көндәре” уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Быйыл ул бишенсе тапҡыр үткәрелеп, республика фәнни-ғәмәли конференцияһы статусына эйә булды.
Сарала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән халыҡ ижадына, әҙәбиәткә, ғөмүмән, туған телебеҙ яҙмышына битараф булмаған билдәле шәхестәр, Мөхәмәтша сәсәндең нәҫел ебен дауам иткән вариҫтары, ғалимдар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Сығыштарҙы тыңлап, ниндәй ҡатмарлы йылдарҙа ла мәғрифәтселек таратыуҙы, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен йыйыуҙы, уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыуҙы мөҡәддәс бурысы итеп һанаған Буранғоловтың данлы эштәренең дауамлы булыуына инандыҡ.
Сарала ҡатнашҡан халыҡ сәсәниәһе, фән докторы Розалия Солтангәрәева, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы-публицист Мәрйәм Бураҡаева, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров һәм башҡалар үҙ сығыштарында Мөхәмәтша Буранғоловтың башҡорт халҡы өсөн башҡарған хеҙмәтенә, бигерәк тә уның халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алып ҡалдырыуына оло баһа бирҙе.
“Урал батыр” эпосы – рухи тәрбиә нигеҙе. Унда тәрбиәнең барлыҡ ҡиммәттәре, нескәлектәре әйтеп бирелгән. Һәммәһе лә мотлаҡ мәктәптә өйрәнелергә тейеш”, - тине үҙ сығышында Мәрйәм Бураҡаева.
Артабан республиканың төрлө мәктәптәре уҡыусылары Мөхәмәтша Буранғоловтың тормош юлы, ижады буйынса фәнни-тикшеренеү эштәрен тәҡдим иттеләр. Онлайн һәм оффлайн алымда үткән конференцияла “Урал батыр” эпосы яҙып алынған төбәк вәкилдәре – Баймаҡ районының Икенсе Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла әүҙем ҡатнашты.
Раевка башҡорт лицейы директоры Римма Дәүләткирәева хәҙер инде республика кимәленә сыҡҡан “Буранғолов уҡыуҙары”ның тағы ла киңерәк танылыу алыуын теләне, милли йүнәлешле мәғариф усағында төплө белем биреү менән бер рәттән ошоноң ише матур традицияларҙың дауам ителәсәге хаҡында белдерҙе.
Фото: Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Раевка башҡорт лицейы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас