-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 09:42

Мәктәп автобусы менән иҫерек килеш идара иткән

Ейәнсура районы Күгәрсен-Ибрай юлында автоинспекторҙар туҡтатҡан ГАЗ мәктәп автобусы менән алкоголь эсемлек эскән кеше идара иткән.

Ейәнсура районы Күгәрсен-Ибрай юлында автоинспекторҙар туҡтатҡан ГАЗ мәктәп автобусы менән алкоголь эсемлек эскән кеше идара иткән. Алкотектор менән тикшереү 42 йәшлек ирҙен ҡанында этил спирты бик юғары - 1,075 промилле тәшкил иткән булған.

Автобус салонында 3, 11 һәм 12 йәшлек өс бала һәм уларҙы оҙатыусы ҡатын була.

Водителгә ҡарата протоколдар төҙөлгән. Балаларҙы автобуста йөрөтөү хәүефһеҙлеген контролдә тоторға тейешле башҡа кешеләр ҙә яуапҡа тарттырыласаҡ.

Балаларҙы ауылдарына тиклем икенсе водитель алып барған.

Аллаға шөкөр балаларға бер нимә лә булмаған. Водителден иҙге рамаҙан айында ла улай ҡыланғанын һис тә аңламайым...

Читайте нас