2021 йылда Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» акцияһы ике форматта – офлайн һәм онлайн уҙғарыла. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренсә, Өфөлә – 150 мең, республикала 400 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.