-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 13:18

Сәләмәт туҡланыу аҙналығы

Ошо аҙнала Башҡортостан мәктәптәрендә Сәләмәт туҡланыу аҙналығы тип иғлан ителде.

Уның маҡсаты — балалар араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, мәғариф учреждениелары етәкселегенең иғтибарын сифатлы туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһенә йүнәлтеү.Аҙна дауамында уҡыусылар өсөн дөрөҫ туҡланыу тураһында лекциялар, конкурстар, уйын-викториналар үткәреү, стенгазеталар сығарыу планлаштырылған. Класс сәғәттәрендә милил аш-һыу тураһында һүҙ барасаҡ. Шулай уҡ балалар һәм ата-әсәләр өсөн «Ашнаҡсыларға рәхмәт әйтәйек», «Мәктәптә ашатыу менән ризаһығыҙмы?» тигән темаларға анкеталар уҙғарыласаҡ. 23 апрелдә ата-әсәләр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә.
Сыганак: https://www.bashinform.ru/m/news/1584360-v-shkolakh-bashkirii-prokhodit-nedelya-zdorovogo-pitaniya/
Читайте нас: