Синоптиктар иртәгә, йәғни кесе йома, 22 апрелдән алып оҙайлы ямғырҙар башлана, ти. Көнө буйы ямғыр яуған саҡта һауа температураһы төндә +4, көндөҙ +7, ел төнъяҡтан секундына 12 метр тиҙлектә.
23 апрель яуым-төшөм көсәйәсәк, ләкин +11 градусҡаса йылытасаҡ. 24-25 апрель йәшен йәшнәүе, күк күкрәүе көтөлә.
Ямғырлы көндәр май байрамдарына хәтлем буласаҡ, ти синоптиктар.
Илзирә Вәлиева фотолары. Бөрйән районы Байназар ауылы