+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 14:37

Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Күптәр яратҡан гәзит-журналдарын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырыу ғына түгел, уҡыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.Бүләктәр 23 июлдә БСТ телеканалының иртәнге тура эфирында уйнатыла.

Район һәм республика баҫмаларына яҙылып, ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед һәм телевизор кеүек бүләктәр отошонда нисек ҡатнашырға һуң? Бының өсөн почта бүлексәһендә яратҡан баҫмаларыңа яҙылыу шарт. Шулай уҡ баҫмаларға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар. Тик был осраҡта матбуғатты редакцияға килеп алырға тура киләсәк. Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2021 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсермәһен “Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 15 июлгә тиклем ебәрергә кәрәк. Был баҫмаларҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska бүлегенән һайлау шарт.
Квитанцияларҙы 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ебәрергә.
Читайте нас