Яҡташыбыҙ - донъя буйынса беренселектә
Октябрьскийҙан йәш спортсы Азалия Әминева донъя буйынса юниорҙар араһында, бокс буйынса алдынғы урында килә. Кельце ҡалаһында үткән ярышта үзбәк ҡыҙын еңеп, ул - алтын миҙал менән бүләкләнде. Ярымфиналда Азалия Виктория Терезчакты еңә. Финал көрәше бөгөн Өфө ваҡыты буйынса 20.15 башлана. Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Азалия!