БӨТӨН СИНЫФ МЕНӘН - "АМАНАТ"ҠА!
Әбйәлил районындағы Әбделмәмбәт мәктәбенең 2-се синыфы уҡыусылары 2021 йылға “Аманат” журналына дәррәү яҙылды.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: "Бөтөн синыф менән - "Аманат"ҡа!" конкурсы дауам итә. Бөтөн синыф йәки тотош мәктәп менән журналыбыҙға яҙылып, квитанцияларығыҙҙы редакцияның amanat@yandex.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ.Конкурста дәррәү ҡатнашығыҙ!2021 йылда ла "Аманат" менән бергә булығыҙ!