-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 08:42

Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлә

Баймаҡта 253,43 миллион һумға балалар поликлиникаһы төҙөлә. Аҡса федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә.

Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлә. Ошо хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы. Контракттың башланғыс хаҡы — 253,43 миллион һум.

Аҡса федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Эштәр 2021 йылдың ноябрендә тамамланырға тейеш.

Төҙөлөш майҙаны – 5,76 мең квадрат метр. Родвалда медицина архивы һәм медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау бүлмәһе булырға тейеш. Бинала белгестәрҙең кабинеттары, физиотерапия бүлексәһе, 120 урынлыҡ конференц-зал, 12 урынға иҫәпләнгән балалар стационары, ашығыс ярҙам бүлексәһе һәм башҡа бүлмәләр ҡаралған.

Ғаризалар 18 майға тиклем ҡабул ителә.

Читайте нас