-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 03:46

Сибайҙа - башҡорт йәнһүрәттәре

Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә "СибБашмульт" мультимедиялы технологиялар проектын тормошҡа ашырыу буйынса йомғаҡлау фестивале уҙҙы. Ойоштороусылары - “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы.

Был проект башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу маҡсатында уҙғарылды. Сараға башҡорт телендә йәнһүрәттәр төшөргән балалар баҡсалары, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Йәнһүрәттәрҙең авторҙарын Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығы тәбрикләне һәм уларға Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Еңеүселәр - "Сулпылар" һәм "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы, ә Гран-приҙы "Сәләмәт бул, минең дуҫым" эше өсөн "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы алды.
Йәнһүрәттәр ошо һылтанма буйынса :https://disk.yandex.ru/d/FrhckOOBYxLgnA?w=1
Читайте нас: