-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 12:46

Башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ

Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙыҡ. Ул онлайн һәм оффлайн форматта, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Интернет селтәре, мобиль ҡушымталар аша ойошторолдо. Халыҡ-ара акцияны республика Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы берлектә үткәрҙе.Башҡорт телендә диктант быйыл 7-се тапҡыр ойошторолдо. Сара башҡорт телен башлап өйрәнгәндәр, телде яҡшы белеүселәр, башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәрҙе лә бер ергә тупланы, телебеҙҙе пропагандалау буйынса шәп идея, берҙәмлек байрамы булды!

Интернет" мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын bashdiktant2021@mail.ru электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем ебәрергә мөмкин. Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға сертификаттар сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәрелә.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdiktant.ru/ сайтында баҫылып сығасаҡ.
Читайте нас