-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 14:14

«Үлемһеҙ полк» йәнә онлайн форматта уҙғарыла

Еңеү көнөн билдәләү буйынса федераль штаб «Үлемһеҙ полк» акцияһын 24 июнгә күсерергә ҡарар итте.

Еңеү көнөн билдәләү буйынса федераль штаб «Үлемһеҙ полк» акцияһын 24 июнгә күсерергә ҡарар итте, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хөкүмәттә уҙған ултырышта.
Бындай ҡарар коронавирус хәүефенә бәйле ҡабул ителде. Ләкин онлайн форматтағы акция Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ойошторола. Ҡатнашыу өсөн 9 майға тиклем ветерандың фотоһын һәм уның хаҡында мәғлүмәтте https://2021.polkrf.ru порталына урынлаштырырға кәрәк.
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан тантаналы саралар үткәргәндә санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәү мотлаҡ.
7 майҙа Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрам концерты, Республика Хәрби Дан музейы фондынан күргәҙмә ойошторола.
9 майҙа баш ҡалабыҙҙың Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була. Унда ветерандар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр һәм илһөйәрлек ойошмалары әүҙемселәре ҡатнаша.
Саралар Ленин исемендәге майҙанда һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдында байрам салюты менән тамамлана.
Тимур Кәримов фотоһы. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Читайте нас