-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 17:53

Һабанай һылыуы

Һабанай айының "Ай, һылыу" конкурсын алданыраҡ башларға булдыҡ, сөнки беҙҙе май башында оҙайлы ялдар көтә.

Зарина Хәлитова Ғафури районының Красноусол ауылынан:
"Миңә 7 йәш, Красноусол ауылының Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 1-се синыфта уҡыйым, һүрәт төшөрөргә яратам. Иң яратҡан дәресем математика" – ти Зарина.
Анжелика Иштуғанова Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
“Миңә 8 йәш. 2-се синыфта уҡыйым. Гимнастика, бейеү, мәрйен теҙеү түңәрәктәренә йөрөйөм. Һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратам”.
Ирада Байназарова Өфө районының Лебяжий ауылынан.
"Быйыл мәктәпкә барырға миңә, әҙерәк тулҡынланам. Һүрәт төшөрөргә, Ирхан ҡустым менән машина уйнарға яратам. Үҫкәс балалар врачы булам һәм күп итеп сәйәхәт итәсәкмен" – ти Ирада һылыу.
Әмилә Исмәғилова Бөрйән районының Байназар ауылынан.
“Бейергә, китап уҡырға, өй йыйыштырырға яратам. Мәктәптә үткәрелгән бөтөн конкурстарҙа ла ҡатнашам. Һүрәт төшөрөү бик оҡшай. Әсәйемә, яҡындарыма бик рәхмәтлемен, улар минең өсөн ҙур терәк. Ҡәҙерлеләремдең өмөтөн аҡлап, яҡшы кеше булып үҫергә теләйем” – ти ул.
Илмира Ғәлиәхмәтова Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан.
“ Мин Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол Башҡорт гимназияһының 1-се синыфында белем алам. Милли кейем кейеп бейергә, тасуири шиғыр һөйләргә яратам. Ағайым Артур менән “Аманат” журналын яратып уҡыйбыҙ, ә ҡустым Ислам ҡыҙыҡһынып, һүрәттәрен ҡарай. Киләсәктә табип булырға хыялланам.
Читайте нас