-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 14:49

Ҡаршы алығыҙ: алағарай һаны!

“Аманат” журналының алағарай һанын көтә-көтә арып киткәнһегеҙҙер инде? Оҙаҡламай ул килеп етер, бер аҙ ғына сабыр булығыҙ, яраймы? Әлегә беҙ һеҙгә, ғәҙәттәгесә, сер тоҡсайын тишә торайыҡ – журналда ниҙәр барлығы тураһында бәйән итәйек.

“Аманат”ты конкурс-уйындарһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Улар шул тиклем күп! Был юлы “Күҙ менән ҡаш араһы” конкурсына йомғаҡ яһалды һәм “Бәйләнештә” төркөмөбөҙҙә барған тауыш биреүҙә иң күп тауыш йыйып, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Алина Рәхимҡолова еңеүсе булды һәм монопод менән бүләкләнде!
Журналдың алағарай һанында шулай уҡ “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренә ебәрелгән гәрәбәгә тиң матур әҫәрҙәр донъя күрҙе. “Ай, һылыу!” конкурсында алағарай һылыуын да билдәләнек.
Үткән һандарҙа беҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың “Харис+Кирамат донъя” хикәйәләр шәлкемен баҫҡайныҡ. Оҡшанымы? Был һанда ла ябай малай – Харистың мажаралары тураһында уҡырһығыҙ, Алла бойорһа!
Фәрит Әхмәров беҙгә бик ҡыҙыҡлы “Ата ҡаҙ” тип исемләнгән хәтирәләрен яҙып ебәргәйне, һеҙҙә бәлки ҡаҙҙан ҡурҡып, ҡасып эләкһәгеҙ баҫтырып тотоп суҡылған ваҡыттарығыҙ булғандыр?
“Уҡырға ҡайҙа барырға?” тип баш ватҡандар ҙа барҙыр арабыҙҙа. “Аманат” журналы был һанда Өфө Сауҙа-Иҡтисад Колледжы менән таныштыра.
Был һанда постерҙа ниндәй йондоҙ сығыуы әлегә сер булып ҡалһын. Йондоҙмо ул, әллә йондоҙҙармы? Бер-нисә көндән күрерһегеҙ!
Сер тигәс тә, “Мәңгелек сер”ҙе онотоп ҡалдыра яҙғанбыҙ ҙа инде! Был рубрикала Әлфиә исемле серҙәшебеҙ мөхәббәт һаҡында һөйләй, ни өсөн Ильшат Лилиәне йәберләгәне өсөн үкенә, уҡып сыҡҡас барыһын да белерһегеҙ.
Аманат" геройы - Азалия Әминева алтын миҙал яуланы! Рәсәй йыйылма командаһы вәкиле, яҡташыбыҙ Азалия Әминева Польшаның Кельце ҡалаһында уҙған үҫмерҙәр араһында бокс буйынса донъя беренселегендә алтын миҙал алып ҡайтты.
Ә һеҙ дуҫтар беләһегеҙ ме Өфө Башҡортостандың өсөнсө генә баш ҡалаһы икәнен! Беренсеһе – Темәс, икенсеһе – Стәрлетамаҡ! Үәт шулай! Башҡортостан Республикаһының беренсе баш ҡалаһының Темәс мәктәбе тураһында ла был һанда уҡырһығыҙ!
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында билдәле юмор оҫтаһы Марсель Сәлимов беренсе мөхәббәте менән осрашыуҙарын, күрше тирәләге ҡыҙҙарҙы нисек яратып сыҡҡаны тураһында ҡыҙыҡ итеп һөйләй.
“Башҡорт ырыуҙары” рубрикаһы был юлы Ҡаңлы ырыуы – Башҡортостандың төнья-көнбайыш Башҡортостанда төйәк иткән башҡорт ырыуына арналды. Хәҙерге көндә Ҡаңлы ырыуы ерҙәре Башҡортостандың Благовар, Бөрө, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Саҡмағош, Туймазы, Шаран райондарына ҡарай. Кем дә кем шул тарафтарҙан, үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙ тураһында уҡырға онотмағыҙ, йәме?
Дуҫтар! "Аманат"ҡа 2021 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 359 һум 70 тин. “Аманат”лы булығыҙ!
Читайте нас