Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты һауа шарттарының боҙолоуы тураһында иҫкәртә. 28 апрелдә республикала елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, был көндә бер аҙ, төндә һәм иртән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә -1,+4, көндөҙ 9-14 градус.
Көслө ел иҫкәндә (секундына 13,9-17,1 метр) ағастарҙың олондары һелкенә, ҙур ботаҡтар бөгөлә, елгә ҡаршы барыуы, һөйләшеүе ауыр. Һынған ағастар, ҙур ботаҡтар йорт ихатаһындағы юлдарҙы һәм автомагистралдәрҙе ябыуы мөмкин.