-14 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 14:00

Алыҫтарҙан алдыҡ хат!

Алыҫ илдәрҙән, ете диңгеҙ аръяғынан “Аманат” журналы редакцияһы бөгөн ҡайнар сәләмле ҡотлау открыткаһы алды.

Уны беҙгә Чех республикаһында йәшәүсе ватандашыбыҙ, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы журналисы Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы (Ҡолмөхәмәтова) Годбодь ебәргән. Башҡортостанды онотмай, һәр байрамда беҙгә йылы хаттарығыҙҙы, ҡайнар сәләмдәрегеҙҙе ебәреп тораһығыҙ.
Почта аша хаттар, открыткалар ебәрешеү онотолоп барған да кеүек. Ә уны ҡулға алып уҡыу – хатты алған кешегә ниндәй ҙур шатлыҡ, оло ҡыуаныс килтерә!
Беҙҙе бөгөн ҡыуандырған өсөн үҙегеҙгә ҙур рәхмәт, Миләүшә апай! Имен-һау булып, шатлыҡ-ҡыуаныста киләсәктә күрешергә насип итһен!
Читайте нас: