Бында 6-15 йәшкә тиклемге рәсем төшөрөргә яратыусылар ҡатнаша ала. Эштәр ике төркөмдә – 6-нан 10-ға, 10-дан 15-кә тиклемгеләр араһында билдәләнәсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн «Инстаграм» сәхифәңдә һүрәтеңдең фотоһын ҡуйып, @agroparkeurazia тип билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ
@leninskyufa һәм
@agroparkeurazia төркөмдәренә яҙылыу ҙа мотлаҡ. Еңеүселәрҙе 8 май билдәләйәсәктәр. Улар 5 мең, 3 мең, 2 меңлек йәшелсә-емеш кәрзиндәре һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк. Бүләкләү тантанаһы 9 май көндө «Тулҡын» паркында үтәсәк.