-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 09:31

Магнитагорскийҙа башҡорт телен уҡыта башлаясаҡтар

Магнитогорск ҡалаһының 5-се мәктәп нигеҙендә «Башҡорт теле – башҡорт иле» йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе проектын тормошҡа ашырыуға бәйле сара ойошторолдо.

Сарала Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы директоры урынбаҫары Фәнил Бүләков, өҫтәмә белем биреү педагогы Алмаз Такалов, Магнитогорск ҡалаһының мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Бирюк ҡатнашты. Проектҡа ярашлы, хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡорт теле һәм мәҙәниәте кабинетын йыһазландырыу өсөн матди-техник йыһаздар, күргәҙмә әсбаптар тапшырылды.
Мәктәптә башҡорт теле, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы буйынса дәрестәр аҙнаһына өс сәғәт дауамында төрлө йәштәге балалар өсөн ойоштороласаҡ.
Читайте нас