-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 12:27

13,6 мең бюджет урыны булдырылған

2022/23 уҡыу йылына юғары белем программалары өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы Башҡортостанға 13,6 мең бюджет урыны бүлгән. Был яҡшы яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә лә бүлеште.

Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков әйтеүенсә, белгестәр әҙерләүҙә дәүләт өсөн кәрәкле йүнәлештәре булып инженер-техник (251 033 урын), педагогик (75 788 урын), медицина (53 450 урын) һәм ауыл хужалығы (41 095 урын) белгеслектәре ҡаласаҡ. Уларға төбәктәрҙә ихтыяж да ҙурыраҡ, шуға ла тап улар өсөн бюджет урындары күберәк бүленә тине.
Бюджет урындары Башҡортостан дәүләт медицина университетында 261-гә артҡан. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошондай урындар 79-ға күбәйгән.
2022-2023 уҡыу йылдарына Башҡортостан бакалавриат программаһы буйынса – 7949, магистратураға – 2737, специалитетҡа – 1790, аспирантураға – 181, ординатураға – 935, ассистентура-стажировкалауға ун бюджет урыны алған.
"Бюджет урындарын күбәйтеү иһә юғары уҡыу йорттарының көнәрләшлеккә һәләтен арттырасаҡ. Был кешелек капиталы үҫешенә килтерергә, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә һәм республика үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш", — тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас