-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2021, 10:31

Ришат Дихин исемендәге стипендия буласаҡ

Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Динис Йосопов ниндәй пландары менән уртаҡлашты?

Асҡын районы Советының бишенсе саҡырылыш унынсы ултырышында депутаттар Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһына Динис Йосоповтың кандидатураһын раҫланы.
9 апрелдә Динис Йосопов Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул элек социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарҙы, унан алда Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә эшләне.
”Республика Башлығы тарафынан минең алдыма байтаҡ бурыстар ҡуйылды, иң мөһиме – районды яңы юғары үҫеш кимәленә сығарыу. Бының өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, - тип белдерҙе Динис Йосопов. - Ришат Дихин һайлаған курсты, һис һүҙһеҙ, дауам итәсәкмен. Ул башлаған проекттарҙы тамамлау, идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Шуларҙың береһе – полилингваль мәктәп. Бынан тыш, уҡыуҙа, спортта, ижадта ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар өсөн Ришат Марат улы Дихин исемендәге стипендия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттем”.
Динис Рәдис улына яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас